Рекламный баннер 990x90px header-top
Рекламный баннер 990x90px header-bottom

#ШыршыБайрамы

#ШыршыБайрамы
#ГолубойОгонек
#СКСреднехозятовоЧишминскийрайон
Яңы йылды көтә бар ғәләм дә
Кәйефтәрҙе, күңелдәрҙе күтәрә
Тирә-яҡты матурлыҡҡа биҙәй
Изгелек һәм шатлыҡ килтерә
Ер әйләнә Яңы йылға табан,
Күпме бәхет, шатлыҡ күтәреп,
Секунд һайын муллыҡ артып тора
Тик сыҙаһын ғына күсәре!
Уҙған йылдар бигерәк ҡәҙерле шул
Һәр көнөндә күпме иҫтәлек!
Тарихтың был данлы йылында ла
Күпме булды матур көндәре!
Ғүмер-миҙгел бит ул, тормош – мәңге
Йылдар ҡала тарих эсендә
Гармун уйнай, йырҙар яңғырап торһон
Иҫке йылдың һуңғы кисендә
Яңы йылда донья тыныс булһын
Һинең, минең беҙҙең бәхеткә.
Ай бәүелгән көмөш сәңгелдәктә.
Ҡояш йөҙһөн алтын тәхеттә.
Оло юлдан маҡсаттарға етмәй
Һис яҙмаһын ине туҡтарға.
Аҡ теләктәр менән беҙ баҫайыҡ
Яңы йылда яуған аҡ ҡарға.

Әйҙәгеҙ, хөрмәтле аулдаштар!
01.01.2026 йылда сэгэт 02.00
Шыршы тирәләй бейергэ килэйек
Яны йылда бергэ йырлайык!!!!
Бергэ һэм берҙэм булайыҡ!!!!
18:42 29.12.2025 16+
17
Выбор редакции
Рекламный баннер 990x90px footer-top