Ҡар бөртөктәре осороп
Ҡар бөртөктәре осороп
Яңы йыл аяҡ баҫа.
Ниндәй гүзәл,күркәм байрам!
Күңелдәр урғып таша.
Яңы йыл байрамына арналған,кисәбеҙ шаулап- гөрләп үтеп китте.
Ҙур рәхмәтемде еткерәм байрамға килгән барлыҡ тамашасыларға, ә был матур кисәне үҙенең дәртле,моңло йырҙары, күңелле уйындары менән алып барыусы коллегам, күп төрлө конкурстар лауреаты,енеүсеһе, районыбыҙҙың алыштырғыһыҙ моңло тауышлы йырсыһы , һандуғасыбыҙ Ризида Ахметшинаға!!!Ҙууур рәхмәт!
Яҡынлашып килгән яңы йыл байрамы менән, дуҫтар!
10:18 28.12.2025 16+