Рекламный баннер 990x90px header-top
Рекламный баннер 990x90px header-bottom

Шакир Янбаевтың тыуған көнө

Шакир Янбаевтың тыуған көнө
Шакир Мәхийән улы Янбаев 1925 йылдың 19 ноябрендә Башҡортостандың Күгәрсен районы Бикбулат ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1943 йылда, Мораҡ урта мәктәбенең 10 класында уҡыған мәлендә, Совет Армияһы сафына алына. Бөйөк Ватан һуғышының утлы юлдарын шофер булып үтә. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән наградланған. Демобилизацияланып ҡайтҡандан һуң, ике йыл Күгәрсен районы мәктәптәрендә балалар уҡыта. 1950 — 1952 йылдарҙа Өфө музыка училищеһында уҡый, бер үк ваҡытта Башҡортостан радиокомитетында диктор һәм редактор булып та эшләй. 1952 — 1957 йылдарҙа — М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты студенты. Институтты тамамлағандан һуң, оҙаҡ йылдар Радио һәм телевидение тапшырыуҙар комитетында редактор була. Һуңғы йылдарҙа “Ағиҙел” журналы баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһын үтәне.

Шакир Янбаевтың “Үлән үҫтөндәге ысыҡ”тигән тәүге китабы 1966 йылда баҫылып сыға.Дүрт-биш йылдан һуң бер-бер артлы уның ике китабы-“Йәшәү һуты”(1971)һәм “Ерем –ете ҡат”(1972) донъя күрҙе.Артабан республикабыҙ һәм үҙәк китап нәшриәтендә “Көмөш йүгән” һәм “Зәңгәр сатыр”кеүек китаптары баҫтырылды.

Ш. Янбаев үҙ әҫәрҙәрендә беҙҙең замандаштарыбыҙҙың хәтерҙә һаҡланырлыҡ мауыҡтырғыс образдарын тыуҙырыуға иреште, популярлыҡ яуланы.
Ҡара-Яҡуп ауыл китапханаһының әүҙем уҡыусыһы Хафиз Нурулла улы Йомағолов авторҙың китаптарын йортта уҡыу өсөн яҙҙырып алды.
08:03 19.11.2025 16+
17
Выбор редакции
Рекламный баннер 990x90px footer-top