#СДнемГероевОтечества#ПодвигГероя
присоединяется к онлайн-флешмобу приуроченного ко Дню Героев Отечества.
Ильгиз Исмәғил улы Усманов 1984 йылдың 22 ноябрендә Алкин-2 донъяға тыуа. Атаһы Исмәғил Нурлығаян улы Ҡара-Яҡуп ауылынан, әсәһе Саимә Бәйзәүи ҡыҙы Борай районынан. Ғаиләлә беренсе бала булып тыуған Ильгиз бәләкәйҙән аҡыллы, тырыш бала булып үҫә. 9-синыфты Алкин-2 мәктәбендә тамамлағандан һуң 10-11 синыфтарҙы әсәһенең тыуған районы Борай районы Ҡушманаҡ ауылында олатай-әләсәй янында тамамлай. Шишмә хәрби комиссариаты тарафынан Силәбе өлкәһе Октябрь Революцияһының 50-йыллыҡ юғары танк командаһы училищеһына уҡырға ебәрелә. Ильгиз Исмәғил улы тормош иптәше Регина Радик ҡыҙы менән бала саҡтан уҡ таныштар. Бер үк мәктәптә белем алалар. Уларҙың 10 һәм 12 йәшлек ике улдары бар. Ильгиз Исмәғил улы хәрби хеҙмәтен Наро-Фоминск ҡалаһының 91701 часында хеҙмәт итә. 2021 йылдың август айында мотострелковый батольондың Көнбайыш хәрби округының танк гвардияһының командир урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Майор дәрәжәһендә.
3-сө дәрәжә “За отличие военный службы”, “За участие в военном Параде”, “Участнику в военной операции в Сирии”, “За участие в миротворческой миссии в Сирийской Арабской Республике” медалдары менән наградланған. Украина һуғышында ҡатнашҡан өсөн үлгәндән һуң “Батырлыҡ ордены” менән наградланды.
Ильгиз Исмәғил улы 18 мартта Ҡара-Яҡуп ауыл зыяратында ерләнде.
Батыр яҡташыбыҙҙың иҫтәлеге йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Тыныс йоҡла ауылыбыҙ батыры!
20:47 11.12.2023 16+