Рекламный баннер 990x90px header-top
Рекламный баннер 990x90px header-bottom

14 декабрь халҡыбыҙҙың билдәле мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө. Был көндө Бөтөн донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт теле көнө тип иғлан итте.

14 декабрь – халҡыбыҙҙың билдәле мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө. Был көндө Бөтөн донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт теле көнө тип иғлан итте.

Иң матур, иң яғымлы телдәрҙең береһе булған туған телебеҙ көнө менән ҡотлайбыҙ! Һәр башҡорт үҙ туған телен белһен. Туған телебеҙ йәшәйешебеҙҙең нигеҙе булһын. “Туған тел!» һүҙе беҙгә ҡәҙерле һәм ғәзиз булһын! Туған тел – тормош сығанағы, белем шишмәһе. Һәр башҡорт өсөн телебеҙҙең һәр һүҙе матур, яғымлы, йомшаҡ, якын булһын. Туған телен һәр әсә балаһына өйрәтһен, ә бала ҙур бүләктәй ҡабул итеп, өйрәнһен. Туған теленә ихтирамлы кеше үҙ иленең, төбәгенең, ғаиләһенең шәжәрәһен, тарихын ҡәҙерләй. Башҡорт үҙ телен һаҡлап, үҫтереп, уның матурлығын һәм сафлығын юғалтмай, ҡәҙерләп йәшәһен.

Башҡорт теле – ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән. Ошо матур байрам айҡанлы Ҡара-Яҡуп ауыл китапханаһы уҡыусылар менән “Алтын тирмә” интеллектуаль уйыны үткәрҙе.

20:54 11.12.2023 16+
2296
Выбор редакции
Рекламный баннер 990x90px footer-top