Рекламный баннер 990x90px header-top
Рекламный баннер 990x90px header-bottom

#ИҪКӘАЛАЙЫҠ



Күренекле яҙыусы, драматург, прозаик, публицист, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре БАЯЗИТ БИКБАЙ (БАЯЗИТ ГАЯЗ улы БИКБАЕВ) тыуыуына 115 йыл.

Ерҙә кеше һөйәгенән

Убалар үҫкән…

Тел – тере шишмә - үлмәгән,

Бөгөнгә еткән !

Шул тел менән тыуҙым,үҫтем,

Торам бөгөн дә.

Аңлай мине ғәзиз халҡым

Туған телендә.

Минең телем – тыуған ерем,

Әсәм тауышы,

Халҡымдың бай хазинаһы,

Таҙа намыҫы !

Ерҙә халыҡ йәшәй икән,-

Теле лә йәшәй !

Телен асҡанда,

һәр бала

Әйтәсәк «Әсәй !».

Мин сикһеҙ хөрмәт итәмен

Халҡымдың телен,

Ә кем уны һаңға һуҡмай,

Хурлай тик үҙен !..

Баязит Бикбай.

21:33 12.01.2024 16+
2325
Выбор редакции
Рекламный баннер 990x90px footer-top