
ҠОТЛАЙБЫҘ!!!
Башҡортостандың халыҡ шағиры, журналист-публицист, тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Рәми Ғарипов һәм Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, "Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн" ордены кавалеры ХӘСӘН НАЗАРҙың тыуған көнө.
Хөрмәтле Хәсән Мөҙәрис улын матур ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ!
ИКЕЛӘНГӘНДӘ
Әле булһа ике төрлө тойғо
Ҡайта-ҡайта биләп алғылай.
Остаздар бит ниндәй! Уларҙан һуң
Ниҙәр әйтеп була тағы ла?
Самаһыҙлыҡ менән сараһыҙлыҡ
Борсой, тик ул гелән хәжәтме?
Мәшһүрҙәр ҙә күктән төшмәгән
бит,
Шул уй тыуһа тағы, ғәжәпме?
Ниңә аҙарыныу?! Һәр бөркөттөң
Үҙ урыны була ҡаяла.
Һин үҙеңде үҙең раҫлар өсөн
Тыуғанһың да баһа донъяла.
Хәсән НАЗАР