Рекламный баннер 990x90px header-top
Рекламный баннер 990x90px header-bottom

Бөгөн, 5 март.

Бөгөн, 5 март, күренекле башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 119 йыл.

Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы Һамар губернаһы Пугачев өйәҙе Имел улусының (хәҙерге Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы) Хәсән ауылында тыуа. 1954 йылдың 5 декабрендә Бөрө ҡалаһында ерләнгән. Шәхес культы, тоталитар режим осоронда нахаҡҡа хөкөм ителеп, күп йылдар буйы михнәт һәм ғазап сигеп йәшәргә дусар ителеүгә ҡарамаҫтан, үтә ауыр шарттарҙа ул башҡорт әҙәбиәтендә иң яҡшы ҡаҙаныштарыбыҙҙың береһе тип баһаланырҙай аҫыл әҫәр — «Ырғыҙ» романын тамамлай һәм шуның менән ил алдында оло ихтирам яулай. Һәҙиә Дәүләтшина шәхесе һәм таланты башҡорт донъяһында М. Аҡмулла, Ш. Бабич, М. Буранғол һымаҡ фажиғәле яҙмышҡа дусар ителгән бөйөк әҙиптәр һәм бөйөк шәхестәр менән бер рәттә тора.

📚Һәҙиә Дәүләтшинаның киң билдәле әҫәрҙәре: "Ырғыҙ" (1942-1952 йй.), "Айбикә" (1930), "Башаҡтар тулҡыны" (1932), "Ялҡынлы йылдар", "Һырға һабағы" (1935).

🎧Түбәндә авторҙың «Айбикә» повесынан өҙөк. СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкова уҡый, 1980 йылғы яҙма.

00:01 06.03.2024 16+
2248
Выбор редакции
Рекламный баннер 990x90px footer-top