Рекламный баннер 990x90px header-top
Рекламный баннер 990x90px header-bottom

#ПисателиЮбиляры



Яҡташыбыҙ ТӘНЗИЛӘ СӘЛИХ ҠЫҘЫ ДӘҮЛӘТБИРҘИНАҒА - 60 ЙӘШ. Дәүләтбирҙина Тәнзилә Сәлих ҡыҙы - башҡорт шағиры, драматург һәм журналист. 1992 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар һәм 2000 йылдан Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014).

БӨРЙӘНЕМДӘ ӘГӘР ТЫУМАҺАМ

Шиғыр яҙа алыр инем микән

Бөрйәнемдә әгәр тыумаһам;

Ағиҙелдең йомшаҡ һыуы менән

Көн дә таңда битем йыумаһам?

Шиғыр яҙа алыр инем микән

Күрмәй үҫһәм Мәсем, Масаҡты?

Алдарыма ҡая ҙурлыҡ итеп

Артылырға ҡуям маҡсатты!

Йылҡысыҡҡан һымаҡ уйым төпһөҙ,

Шиғыр-толпар унан күтәрәм;

Тойғоларым серле Шүлгәнемдең

Саф шишмәһе кеүек күк, тәрән.

Илһам бирә хатта Үҙәндәге

Аллы-гөллө, йәмле, ваҡ таштар.

Мин Бөрйәндән булған өсөн генә

Шиғыр яҙа алам, яҡташтар!

09:31 01.08.2024 16+
1971
Выбор редакции
Рекламный баннер 990x90px footer-top