Рекламный баннер 990x90px header-top
Рекламный баннер 990x90px header-bottom

Башҡортостанда Мостай Кәрим көндәре дауам итә...

Башҡортостанда Мостай Кәрим көндәре дауам итә...

Уҡыусыларыбыҙға яратҡан әҙибебеҙ Мостай Кәримдең һуғыш йылдары тормошо һәм ҡан-ҡойош йылдарында яҙылған лирикаһы тасуирланған "Һуғыш һәм хыял": [Мостай Кәрим... Һуғыш һәм еңеү йылдары] тип аталған мәғлүмәти-библиографик белешмә тәҡдим итәбеҙ../



Мостай Кәрим…

Мостай Кәримдең Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы үткән юлдары, кисергән тойғолары һәм ижад иткән әҫәрҙәре...

Беҙ М.Кәримдең повестарын, шиғырҙарын һәм поэмаларын яттан беләбеҙ тиһәк тә була. Белешмәнең төп маҡсаты - уның һуғыш йылдары ижадын төплөрәк өйрәнеү.

Һуғыш йылдары... Нисек һуғышҡа киткән? Ниндәй тойғолар кисергән? Нимәләр күрергә яҙған уңа? Нисек яраланған? Һуғыш ваҡытында әҙип ҡәләм тирбәтә алғанмы?

Яуаптарҙы белешмә юлдарынан эҙләйбеҙ, дуҫтар!

Еңеү йылдары лирикаһы

Ҡырҡ беренсе йылдың тымыҡ июнь таңдарының береһе саҡ беленеп килгәндә көнбайыштағы ҡалаларыбыҙҙың байтағы фашист бомбалары шартлауынан һиҫкәнеп уянды, илбаҫарҙар менән дәһшәтле яу йылдары башлана.

Әле генә институт тамамлап, иркенләп ең һыҙғанып хеҙмәт, ижад ҡосағына керергә торған шағир Мостай Кәрим ил уҙамандары менән бергә дошман яуын ҡайтарыр өсөн иңенә шинель һалырға, ҡулына мылтыҡ алырға мәжбүр була.

Ватан өсөн изге көрәшкә совет кешеләре, илдең йәш быуыны бына шулай күтәрелә. Дәһшәтле был көндәрҙә совет әҙәбиәте ҡулына ҡорал алған халыҡ менән бер сафта атлай. Халыҡтың күп милләтле туғандаш әҙәбиәте сафында йәш башҡорт әҙәбиәте лә һуғышты намыҫ менән үтә.

Башҡорт яҙыусыларының күпселеге фронтҡа китә һәм ҡәләмдең штык менән тиңләүен ғәмәлгә раҫлай.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Мостай Кәрим поэзияһының яңы сифаттары асыла, һәләте, поэтик тауышы асыҡлана, ул үҙе гражданин һәм шағир булараҡ сынығып етә.

Һуғыштың баштарынан алып аҙаҡтарына тиклем тиерлек фронттар кискән, яу юлдарын үткән яугир шағир, хәрби журналист күпте күргән, күпте кисергән, шулар күңел моңо булып шиғыр юлдарына күскән. Ул һалдат кешеһенең уй-тойғоларын тәрәнерәк аңлап һүрәтләй.

Фронтҡа китерҙән алда яҙылған “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” тигән шиғыры иңгә шинель һалған совет кешеләренең ил алдындағы поэтик анты булып яңғырай. Шиғыр. Бер ҡарағанда, әүәл-әүәлдән ир-егеттәрҙе яуға оҙатҡандағы ғәҙәти, традицион йола тамашаһы менән асыла һымаҡ.

Эйәрләне атай, ялан үреп,

Аҡбуҙ аттың ярһыу, ап-ағын,

Әсәм һуҙа дәһшәт ҡылысының

Ҙур яуҙарҙа еңеп ҡайтҡанын.

Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!

Ата-әсәһенең фатиха-наказына улдарының яуабы – анты ла ҡыҫҡа һәм тапҡыр:

Ышан, атай, һин эйәрләп биргән

Аҡбуҙ атым минең абынмаҫ,

Йәшең тамған был ҡылысты, әсәй,

Һуғарырмын дошман ҡанында.

Бына ошо оҙатыу йолаһының традицион күренеше, халыҡ поэзияһындағыса кәүҙәләнеше киң поэтик дөйөмләштереү юғарылығынаса еткерелә. Атай эйәрләп биргән аҡбуҙ ат, әсәй һуҙған “ҙур яуҙарҙа еңеп ҡайтҡан дәһшәт ҡылысы”, шуларҙы алған улан туранан-тура халыҡ ижадындағы легендар Аҡбуҙат, алмас ҡылыс, Урал батыр образдарына барып тоташып, символик төҫ ала. Ата-әсә наказы, улан анты ҡобайырҙарҙағыса ил наказы, ир-егеттәр анты булып ҡабул ителә. Һалдаттың ант һүҙенең ошолай, заманса яңы йөкмәтке алып, өҫтәүенә ҡобайыр формаһына йәтешләп бирелеше юғарылағы фекерҙе йәнә ҡеүәтләй төшә.

Һуғыштың тәүге йылында М.Кәримгә ҡулына ҡәләм алырға форсат бик теймәй. Мәшәҡәтле яу осороноң ығы-зығыһы, ҡыҫҡа сроклы хәрби курстарҙа уҡыу, алһыҙ-ялһыҙ һуғыш белеменә өйрәнеүҙәр менән ғүмер үтеп кенә тора. 1942 йылдың февралендә Муром ҡалаһында хәрби училищены тамамлағас, М.Кәрим артиллерия дивизионында элемтә начальнигы итеп тәғәйенләнә һәм дошман менән тәүге ҡаты бәрелеш һынауҙарын уҙа. Дошман менән йөҙгә-йөҙ килеп ҡаты алыш айҙарында М.Кәримгә шиғыр яҙыу түгел, өйгә ҡош телендәй хат һалырға ла, иҫәнлек-һаулыҡ белдерергә лә ваҡыт аҙ ҡала. Шулай ҙа уҡып йөрөгәндә һәм фронтта һөжүм араларында яҙғылаштырған шиғырҙар тора-бара ҡалын бер блокнот булып китә, ләкин ҡаты һуғыштарҙың береһендә ул блокнот юғалып, бар шиғырҙар юҡҡа сыға. Шағир аҙаҡ уларҙың хәтерҙә һаҡланғандарын яңынан аяҡҡа баҫтыра баҫтырыуын, ләкин күптәре, хәбәрһеҙ юғала. Шуға күрә М.Кәримдең һуғыштың тәүге йылдарында яҙылған шиғырҙары ике-өс бөртөк кенә.

Шуларҙан, әйтәйек, “Тәҙрәңде ас та…” тигәне яу эсендәге һалдаттың имен-аманлығын, үлемһеҙлеген мәңгелек дауыллы ямғыр, күкрәү-йәшен образдарына тиңләп, һөйгәненә лә, бөтә уҡыусыларына ла шиғыр-хәбәр итеп еткерә төҫлө:

Дауыл… Дауыл! Ул бит минең –

Тере хәбәрем,

Яҡын йәшен, яҡты йәшен –

Минең сәләмем.

Мин һулармын, ерҙә дауыл

Тынмаһа әгәр,

Мин янырмын һуңғы йәшен

Һүнгәнгә ҡәҙәр!

Бына “Төрөпкә” тигән бер шиғыр.:

Фронтовиктың күңелен табам, типме,

Мохтажынмы белеп, юғиһә,

Төрөпкә һалған миңә бүләк итеп

Ирәндегем ҡыҙы Нәфисә.

Ҡош телендәй ҡайнар сәләм хаты –

Йәш бер ҡыҙҙың йөрәк ялҡыны:

“Һаҡла Тыуған илде, ғүмереңде

Һәм төрөпкәңде һаҡла, алтыным!..”

Ете атакала елеп сыҡтым,

Ете яуҙа еңеп, һау ҡайттым,

Ышанысың һаҡлап ут уйнаттым,

Ә төрөпкәңде, һылыуым, юғалттым.

Төрөпкә. Ул да – Тыуған ил тамсыһы.

Мин ҡыҙғанмаҫ инем, юғиһә -

Ҡош телендәй хат һалмаған булһа

Ирәндегем ҡыҙы Нәфисә.

Ябай ғына сюжетлы был шиғырҙа бер ҡарағанда әллә ни юҡ та кеүек: һалдат бер һылыуҙан кескәй бүләк алған һәм шул бүләген юғалтҡанға үкенә. Ә, асылда, ошо ғәҙәти факт артында, алыҫтағы тыуған яҡтан, Ирәндек ҡыҙы Нәфисәнән килгән кескәй бүләккә ҡыуаныусы, үҙенә рухи көс алыусы һалдаттың ҡайнар йөрәге тибә.

Яраланған ваҡыттағы ижады

Мостай Кәрим тураһында һөйләгәндә шағирҙың 1938 йылда, һуғыш алдынан, граждандар һуғышы осоронда һәләк булған йәш батырҙың пуля тишкән комсомол билеты хаҡында яҙған шиғырын беләбеҙ. Ә 1942 йылдың авгусында Мценск эргәһендәге ҡыҙыу һуғышта ошо шиғырҙың авторының күкрәген һәм уның комсомол билетын фашист минаһының ярсығы тишеп үтә. Шағир мөғжизә менән иҫән ҡала. Кем белә, әгәр ҙә йәш кешенең ихтыяры, йәшәү дәрте шул ҡәҙәре ҙур булмаһа, үлем менән ысын мәғәнәһендә батырҙарса көрәшмәһә, Мостай Кәримдең ҡыл өҫтөндә генә торған ғүмерен хәрби хирург ҡына һаҡлап ҡала алмаҫ ине. Йәшлек барыбер үҙенекен итә: оҙаҡ иҫ юғалтыуҙарҙан, ғазаплы һаташыуҙарҙан һуң М.Кәрим тормошҡа ҡайта, йәшәү үлемде еңә. Госпиталгә һалғанға өс-дүрт ай тигәндә ул ҡулына ҡәләм тоторлоҡ хәлгә килә. Койкала яҙылған тәүге шиғырҙарҙың береһе гүйә йәшәү менән үлем яғалашыуының тетрәткес, иләҫ-миләҫ тамашаһы булып тыуа. “Ерҙәге йондоҙҙар” тип атала ул шиғыр. Шағирҙың үҙе әйтеүенсә, был уйлап сығарылған шиғыр түгел. “Мине, ҡаты яралыны, санбаттан ялан госпителенә килтерҙеләр… Миңә тәүге операция булды,– ти шағир. – Военврач ярамдан алынған ярсыҡты миңә иҫтәлек итеп бирҙе. Мин уны атып бәрҙем.”

Ҡараңғылыҡ, оло бөркөт һымаҡ,

Яландарға ҡарап елпенде,

Елбәҙәкле зәңгәр яулыҡ булып,

Йондоҙло күк япты төн битен.

Ҡалҡыулыҡта, уйһыулыҡта атака!

Мәңгелектән өҫтөн минуттар,

Туп шартлауы булып үлем көлә,

Һәм уттар, һәм уттар, һәм уттар!..

Ер яна!

Ҡараңғылыҡ сағыштырыулы, йондоҙло күк битен елбәҙәкле зәңгәр яулыҡҡа оҡшатымлы ғәжәйеп серле төн күренешенә туп шартлауы булып үлем көлгән мәлде, атлы атаканы ялғап ебәреү, бер яҡтан, иҫ киткес контраслы картина тыуҙырһа, икенсе яҡтан, сабыуыл сағында күҙгә аҡ-ҡара күренмәгән мәңгелектән өҫтөн минуттарҙы йәнә “һәм уттар, һәм уттар, һәм уттар!..” тип ҡат-ҡат ҡабатлап әйтеү, шуға киҫтереп “ер яна” тигән ҡыҫҡа фраза өҫтәү гүйә төндө лә, ерҙе лә ут ғәрәсәтенә бутай.

Төш ҡатыш һаташыуға күскән егет аңында ҡапыл яҡты йондоҙ образы ҡабына. Был ғәжәп түгел, сөнки халыҡ аңында яҡты йондоҙ – йәшәү идеалы. Ошо яҡты йондоҙ – йәшәү, төпһөҙ ҡараңғылыҡ – үлем менән алышҡа керешә. Егет хатта үҙ йондоҙон күктән тапҡан төҫлө. Ул егет янына атылып төшөр һымаҡ.

Йәшәү көсө үҙенекен итә, яралы егет һаташыу аралаш өндө лә тоя:

Яңағымда йылы тын һиҙәм мин

Һәм һаташып асам күҙемде.

Ят өн әйтә:

“Уян, егет, уян.

Мин ҡотҡара килдем үҙеңде!”

Төн ҡараһы аша ҡараған яҡты күҙҙәр шәфҡәт туташы – санитарка ҡарашы – ер йондоҙҙарының йылы ҡарашы икән. Ҡараңғылыҡты ҡыуып, аңға килгән, йылы ҡарашты тойған егет күңеле һайрай башлай:

Кем һин, ҡыҙыҡай, кем һин?

Мин белмәйем,

Ниндәй шишмә һыуын эскәнһең,

Кем исеменә, ниндәй йырҙар йырлап,

Ҡайһы туғайҙарҙа үҫкәнһең?

Госпиталдә саҡта яҙған, ошо аҡ халатлы Россия ҡыҙҙарына арналған был шиғырын М.Кәрим башта “Бәхет йондоҙҙары”- тип исемләгән булған. Уны артабан конкретлаштыра биреп “Ерҙәге йондоҙҙар”- тип алыштыра. Автор бының менән күктәге һалҡын йондоҙҙар һәм ерҙәге тере, йылы ҡыҙҙар – йондоҙҙарҙың һауыҡтырғыс көсө ер менән күк араһы икәнлегенә лә ишаралай.

Шағир һауығып яңынан сафҡа баҫҡас, 1944 йылдың яҙында Украина далалары аша дошманды эҙәрлекләп барған саҡта яҙған “Ул ҡыҙ мине ташлап китмәне…”, тигән шиғырында яңынан ер йондоҙҙары – аҡ халатлы ҡыҙ образына, үлем менән йәшәү көрәшенең тағы хәтәрерәк эпизодтарын хәтерләүгә әйләнеп ҡайта. Был шиғырҙың идеяһы ла, ауыр яралы һалдатты үлем тырнағынан тартып алып ҡалыусы кешеләргә рәхмәт һүҙе генә булып ҡалмайынса, бәлки йәшәүҙең үлемдән көслөлөгөн раҫлау менән бәйле. Әйтәйек, Мостай Кәрим үҙе, үпкәһенә инеп ултырған снаряд ярсығына яһалған ауыр операцияны нисек кисергәндер, әммә юғарылағы шиғырҙа бирелгән лирик герой – яралы һалдат госпиталдә үлем менән йәшәү, төш менән өн араһында күпме ятылғанын, ғазаплы һаташыуҙарын аныҡ ҡына хәтерләмәй. Тик һаташыу һәм иҫтән яҙыуҙар аралаш ул баш осонда торған аҡ күләгәне яҡшы иҫләй. Әрнеү утында янған көйө ул шул ҡыҙ баланың керпектәре дымлы икәнен шәйләй. Ваҡыт алйып туҡтап ҡалғандай тойолған ғазап түшәгендәге һалдатҡа гел баш осонда торған ҡыҙҙың һыны, тилмереүле ҡараштары бәлки иң шифалы дарыуҙарҙың дарыуы булғандыр. Шуға ла ул тере ҡалғандыр.

Был шиғыр менән бер осорҙараҡ яу яланында яҙылған “Иҙел ҡыҙы” шиғыры ялҡын аша шәфҡәт ҡарашын һуҙған ана шул санитаркаларға арналған. Тыуған Россияның меңдәр араһынан береһе – был санитарканың Иҙел ҡыҙы Нәзирә булыуы уҡ әһәмиәтле.

Батырҙарҙың ғүмере өсөн

Уттар эсенә керә,

Иҙел ҡыҙы, илем ҡыҙы

Санитарка Нәзирә.

(Дауамы бар...)

17:49 05.10.2023 16+
3480
Выбор редакции
Рекламный баннер 990x90px footer-top