Рекламный баннер 990x90px header-top
Рекламный баннер 990x90px header-bottom

Башҡортостанда Мостай Кәрим көндәре дауам итә...

Башҡортостанда Мостай Кәрим көндәре дауам итә...

Уҡыусыларыбыҙға яратҡан әҙибебеҙ Мостай Кәримдең һуғыш йылдары тормошо һәм ҡан-ҡойош йылдарында яҙылған лирикаһы тасуирланған "Һуғыш һәм хыял": [Мостай Кәрим... Һуғыш һәм еңеү йылдары] тип аталған мәғлүмәти-библиографик белешмә тәҡдим итәбеҙ../



Мостай Кәрим…

Мостай Кәримдең Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы үткән юлдары, кисергән тойғолары һәм ижад иткән әҫәрҙәре...

Беҙ М.Кәримдең повестарын, шиғырҙарын һәм поэмаларын яттан беләбеҙ тиһәк тә була. Белешмәнең төп маҡсаты - уның һуғыш йылдары ижадын төплөрәк өйрәнеү.

Һуғыш йылдары... Нисек һуғышҡа киткән? Ниндәй тойғолар кисергән? Нимәләр күрергә яҙған уңа? Нисек яраланған? Һуғыш ваҡытында әҙип ҡәләм тирбәтә алғанмы?

Яуаптарҙы белешмә юлдарынан эҙләйбеҙ, дуҫтар!

(дауамы...)

Шиғырҙарҙа һалдат образы.

Һалдат ҡайҙа ғына, ниндәй хәлдә генә булмаһын, уның дошманға нәфрәт менән тулы күңеле һәр саҡ яу ҡырында. М.Кәримдең госпиталдә яҙылған “Минең атым” тигән икенсе бер шиғырында яралы һәм үсле һалдаттың яу яланына елгән ярһыу уйҙары сағыла. Яралы һалдат яу юлдашы аҡбуҙ атын төшөндә күрә: өс ай инде яланда яңғыҙ йөрөгән аҡбуҙ үҙ дуҫын тиҙерәк яуға ташланырға үтенә.

Батыр, әлбиттә, яраһыҙ булмаҫ. Ләкин атын яңғыҙлыҡта тилмертеп, яралы ятҡан ир-егет ҡанаты ҡыйырылған ҡош һымаҡ булһа, йүгән һалып уйнамаҫ аҡбуҙ ат та егетһеҙ ҡанатлы толпар түгел. Өҫтәүенә, халыҡ эпосындағыса, был аҡбуҙ ат та фәҡәт Урал батырына ғына баш бирер толпар:

Мин ант иттем туғайҙарға ҡарап,

Мин күлдәргә ҡарап ант иттем:

- Бер үҙеңә генә тоғро атмын, -

Башҡаларҙы шуға ят иттем.

Тимәк, шағирҙың “ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат булһа, ир ҡанаты ат була” тигән халыҡ йыры эпиграфы менән асылған был шиғырындағы батыр егет һәм аҡбуҙ ат образдары халыҡ эпосы ҡаһармандарына хас сифаттар менән дә тулыландырыла тигән һүҙ.

Батыр егет ярһыу аҡбуҙ аты менән тиҙҙән яңынан дошман өҫтөнә ташлана. Ете ай госпиталдә ятып һауығып сыҡҡас, М.Кәрим үҙе лә геройы менән оҙон һәм ауыр яу юлдары уҙа. Һуғыш эсендә ул ошо егеттәрҙең – һалдаттарҙың яңынан-яңы сифаттарын күрә һәм уларҙы йыш ҡына һыбайлы батыр итеп бирелгән лирик герой образында тулыраҡ аса.

Шағирҙың был йәһәттән айырыуса “Ҡояш сыҡҡан яҡта, йыраҡта…” исемле шиғыры характерлы әҫәр. Башҡортостандың егерме биш йыллығына арналған был шиғырында Мостай Кәрим лирик геройын – һыбайлы батырын – айырым биографик моменттары, рухи сифаттары менән деталләп бирә. Ул герой – мәғрүр Урал буйында Ағиҙел һыуын эсеп үҫкән Башҡортостан егете. Егерме ике тапҡыр ташыу күргән, ҡайындарҙың һыуын татыған, тәүге күк күкрәүҙәрҙең шатлығын үләндәрҙә аунап ҡаршылаған, яҙҙар һайын урмандарҙа йөрөгән был егеттең ғүмере иленең сыуаҡ ҡояшы аҫтында гөрләп башлана, ләкин көнсығышта таң атҡан бер мәлде көнбайышты ялҡын ялмаған, дағалаған фашист итектәре ил ыҙанын тапап сыҡҡан иртәлә яуға сығырға тейеш булған ул.

Һәр хәлдә, М.Кәримдең яу лирикаһында сағылған был аҡбуҙ атлы батыр егете Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында ҙур ҡаһарманлыҡтар күрһәткән башҡорт атлы дивизияһының батыр һыбайлыларының бер типик лирик образы итеп тә иҫәпләнелә. Мостай Кәрим һуғыш буйы туған дивизияһына эләгергә хыялланған, ләкин яҙмыш уны торған һайын унан алыҫ йөрөткән. Әммә һыбайлы һалдаттар уның лирикаһында батырҙарҙың типик һыҙаттарын кәүҙәләндергән һәм халыҡ эпостары баһадирҙарына хас сифаттар менән байыҡтырған.

Дошманды хәҙер эҙәрлекләп барған армия сафтарында фронт журналисы булып атлаған М.Кәрим 1943 йылдың көҙөндә Украинаны азат итеү өсөн һуғыштың иң ауыр, иң киҫкен фронттарында ҡатнаша, ут һәм төтөн ҡаплаған Украина далалары, емерелгән ҡалалар, янған ауылдар аша уҙа.

“1943 йылдың октябре. Көньяҡ-көнбайыш фронт. Екатериновка тигән ауыл, - тип хәтерләй М.Кәрим. – Ҡара көҙ. Ямғыр. Беҙ туҡтаған хужабикәнең ҡыҙы Катеринаны фашистар Германияға ҡыуып алып киткәндәр. Был миңә бик ауыр тәьҫир итте.” Шул мәлдә уның “Ҡол ҡыҙ йыры” тигән шиғыры яҙыла.

Ситлектәге тотҡон, ҡол һеңлеңде,

Ағай, ағай йәнем, кил, ҡотҡар!

Ҡеүәтең бар һинең, ҡанатың бар,

Дуҫтарың бар, Тыуған илең бар.

Шағирҙың “Украина” шиғырында иһә яралы Украина ере Катерина образында символик мәғәнә ала, ә шағирҙың уға әйткән һүҙҙәре ант булып йөрәккә етә:

Катерина, һылыу Катерина,

Илап ҡаршылама таң алдын,

Украина! Һине ҡотҡарырға

Мин тупрағын үптем Уралдың.

Украина ерен азат итеү һуғыштары мәлендә яҙылған “Украина”, “Киев”, “Атлылар анты”, “Полктар уҙалар” кеүек шиғырҙарында ер-һыу ҡоротҡос фашизмға һис һүрелмәҫ нәфрәт таша. Әммә нәфрәт тә һөйөүҙе ҡеүәтләй. М.Кәримдең яу йылдарындағы ҡояшлы лирикаһының асылы ошонда.

М.Кәримдең иҫтәлегендә һуғыш ваҡытындағы бер эпизод тәҡдим ителә:1943 йылдың көҙөндә, Днепр йылғаһы буйында бик ҡаты һуғыштар барғанда, фронтовиктар башҡорт халҡының башҡорт һалдаттарына яҙған хатын алалар. “Проза менән яҙылған был хат үҙе юғары пафослы бер героик поэма ине, - тип хәтерләй М.Кәрим быны. – Ул беҙҙең өсөн йыр ҙа, бойороҡ та булып яңғыраны. Хатты уҡығас, ҡапыл минең башыма шундай уй килде: халыҡ та бит үҙенең һуғышсан улдарынан яуап көтәлер, беҙҙең ышаныслы һалдат һүҙен ишетергә теләйҙер. Беҙҙе көтөп зарыҡҡан әсәйҙәребеҙҙең, сыҙамлы атайҙарыбыҙҙың, бер ниндәй ҙә үлем хәбәрҙәренә ышанмай торған, илдең иң ауыр йөгөн үҙ елкәләрендә алып барған ҡатындарыбыҙҙың, хыялдарында тик беҙҙе генә йөрөткән балаларыбыҙҙың йонсоу йөҙҙәре, өмөтлө ҡараштары минең күҙ алдымдан сағылып үтте. Улар минең һүҙемде, тик минең һүҙемде генә көтәләр кеүек тойолдо. Мин, поэзияның закондары тураһында уйлап тормайынса, фронтташтарым исеменән “Башҡорт халҡына яуап хат” яҙырға керештем… Мин уны яҙмай булдыра алманым. Һәм минең ижади шатлығым шунда булды”.

Был шиғри хат тиҙ яҙыла. Тамамлағас, шағир уны иптәштәренә уҡып күрһәтә. Хаттағы һүҙҙәрҙе һалдаттар үҙ һүҙҙәре, үҙ хистәре итеп, яҡын күреп ҡабул итәләр.

…Ябай ирҙәр арыҫлан булған мәлдә,

Киң аҙымлы еңеү атлап килгәндә,

Тыуған Башҡортостан, һинең хатыңды,

Юлығып алдыҡ беҙ - әсәлек хаҡыңды…

Булһа ла эштең бик ҡыҙыу заманы,

Ваҡыт яғы булһа ла бик самалы.

Ҡулыбыҙға ҡәләм-таш алмаҡ булдыҡ,

Ҡош телендәй сәләм-хат яҙмаҡ булдыҡ.

“Башҡорт халҡына яуап хат” 1943 йылдың көҙөндә “Ҡыҙыл Башҡортостан” газетаһында баҫылып сыға. Уны республика фронттағы улдарынан шағирҙың ташҡа баҫылған хаты итеп уҡыны.

________________________________________________________________

Мостай Кәрим. Күтәрелгән ҡояшҡа ҡарап. Өфө, Башкнигоиздат, 1960, 105-се бит.

Шағир Өсөнсө Украина фронты ғәскәрҙәре менән Румыния, Болгария, Венгрия, Чехословакия, Австрия ерҙәрен азат итеүҙә ҡатнаша.

“Сит уттар” циклының моңо тап шунда барлыҡҡа килә. Бындағы шиғырҙар башҡорт халҡының һағышлы йырҙарын хәтерләтә - 10-9, 8-7 ижекле оҙон йыр стиленә нигеҙләнгән.

Мин һинең илдеке түгел,

Мин башҡа илдән килдем,

Бөркөтлө сал тауҙа үҫтем,

Һин – ҡошо тыныс күлдең.

Мин башҡа илдән килдем.

(“Балатон ҡыҙына”)

Мостай Кәримдең Балҡан күге аҫтында яҙылған “Дуҫтар араһында” тигән йәнә матур бер шиғыры бар. Шиғырҙа, тыуған ер алыҫ ҡалһа ла, тыуған усаҡтарҙың күк төтөнө йыраҡ яландарҙа һибелеп таралһа ла, шул усаҡтарҙың ялҡыны йылыһын, тыуған йорт-ер йәмен, ил йолаһын һаҡлап килгән шағир йөрәгенең ҡайнар тибеше тойола. Дуҫтарына өндәшкәндә ул үҙе лә шулай ти:

Тауҙар аша алып килдегеҙ һеҙ

Ил йолаһын, йәмен йорт-ерҙең,

Мин дә сикһеҙ башҡорт далаһының

Дәртле йырын һаҡлап килтерҙем.

Тимәк, шағир ниндәй генә уттар-һыуҙар кисмәһен, ниндәй илдәр күге аҫтынан үтмәһен, башҡорт далаларының киңлеге, хуш еҫе аңҡып торған дәртле йыры уны оҙата килә, ул йыр ҡабатланмаҫ милли моң булып еңеү юлын данлай.

“Яҙ килә фашист өңөнә” тигән шиғырында М.Кәрим фашизмды хаҡлы рәүештә аждаһа йыланға, шул йылан ҡулында әле зар иңрәүсе Германия ерен ҡара зинданға тиңләне:

Алда ер. Унда таң атмаған,

Ҡарағош ҡанаты ҡаплаған

Ул илде. Аждаһа йыланы

Әлегә әжәлен тапмаған.

Ишетелә ҡолдарҙың зар йыры,

Йәш түгә һылыуҙар зинданда,

Яҡты көн, татлы өн юҡ унда,

Зың да зың… бығауҙар сылбыры.

М.Кәримдең “Европаға май килә” шиғырында Европаға, ҡышты ҡыуып, яҙ килеү, көньяғына сыҡҡан тәҙрәләргә нур кереү аша символик мәғәнә еткереп тасуирлана.

Европаға май килә,

Ерҙе һөйөп, ел өрә,

Яҙҙы көткән өйҙәргә,

Киң атлап, тормош керә.

Фашист варварҙары беҙҙең илебеҙгә баҫып ингәс, Ясная Полянала Лев Толстойҙың йортон емерһәләр, Клинда Чайковскийҙың музейын яндырһалар, М.Кәрим, Вена урамдарында барған һуғыш ваҡытында Венаның атаҡлы опера театрына ут тоҡанып киткәс, был ялҡындың беҙҙең һалдаттар тарафынан һүндерелеүен күрҙе; Венаны алғас, күренекле композитор Штраустың ҡәберенә веноктар һалған илебеҙ ғәскәрҙәре араһында булды. Шағир фашизмдың кешелекте, матурлыҡты күрә алмау, емереү, ҡыйратыу шаһиты ғына булып ҡалмай, илебеҙ кешеһенең төҙөү, ижад итеү рухы, кешелеклеге сифаттарының еңелмәҫ көсөн, бөйөклөгөн күреп кенә һоҡланмай, бәлки фашист- варварлыҡтан ер йөҙөн таҙартыуҙа ут-һыуҙар үтә.

Мостай Кәрим яу йылдарындағы поэтикаһында һалдыттың эпик образын һынландырыуҙа күп иғтибар итә. Мәҫәлән “Декабрь йыры” һәм “Үлмәҫбай” поэмаларында героизм темаһы һәм йәш быуындың образы яңысараҡ һүрәтләнә. Бында геройҙарҙың еңеүгә ышанысы һәм үлемһеҙлек идеяһы көсәйә:

Еңергә тыуҙым. Һәм шулай

Үҫтерҙе илем,

Юлдашҡа юлдаш булалмаҫ

Данлыҡһыҙ үлем.

Бындай лейтмотив М.Кәримдең бөтә һуғыш әҫәрҙәренә яҡын. “Үлмәҫбай” поэмаһының исеме лә шуны әйтеп тора. Был поэманың башҡорт поэзияһында айырым роле ҙур, сөнки бындағы Үлмәҫбай образы һалдаттарҙың милли характер һыҙаттарын һынландыра. Икенсе яҡтан, поэманың телмәре халыҡ ижадының иң яҡшы поэтик традицияларын һаҡлаған. Бында юмор һәм сатира ағышы, стилдәрҙең алымы – бөтәһе халыҡҡа яҡын.

Әлбиттә, һуғыш йылдарындағы поэзияның маҡсаттары бик киң: Ватанды һаҡлау, уның азатлығын яулап алыу…

17:52 06.10.2023 16+
3766
Выбор редакции
Рекламный баннер 990x90px footer-top