Рекламный баннер 990x90px header-top
Рекламный баннер 990x90px header-bottom

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау эштәре ноябрҙә башлана

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау эштәре ноябрҙә башлана

Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты ултырышында республиканың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы начальнигы Салауат Ҡолбахтин хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, хәҙерге көндә проект документацияһы дәүләт экспертизаһы идаралығында ҡарала. Проектҡа ярашлы, һәйкәл үҙе лә, нигеҙе лә реставрациялана. Һәйкәлде һүтеп алырға кәрәк. Эштәрҙең яҡынса хаҡы 300 миллион һумға баһалана.

Һәйкәлде төҙөкләндереүҙе бер йылда тамамларға ниәтләйҙәр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, милли батырыбыҙ һәйкәле федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекттарына ҡарай. Уны Өфө биләмәһендәге цехта реставрациялайҙар.

01:50 09.10.2024 16+
1904
Выбор редакции
Рекламный баннер 990x90px footer-top