15 октябрҙә башҡорт яҙыусыһы, шағир, яҡташыбыҙ Муса Ғәлиҙең тыуыуына 100 йыл була. Шул айҡанлы.
15 октябрҙә башҡорт яҙыусыһы, шағир, яҡташыбыҙ Муса Ғәлиҙең тыуыуына 100 йыл була. Шул айҡанлы, уҡыусыларыбыҙ иғтибарына бик тулы йөкмәткеле "Шағир. Фронтовик. Шәхес" - "Поэт. Фронтовик. Человек" исеме аҫтында мәғлүмәти библиографик ҡулланма тәҡдим итәбеҙ.
Ҡыҙыҡһыныусылар, ҡулланма менән Шишмә район китапханаһы сайтында электрон вариантта һәм Шишмә район китапханаһы мәғлүмәти-библиографик бүлегендә таныша ала.
«Тышҡа ҡалҡып торған тойғоларҙан түгел, ә йөрәктең ысын тәрәнлегенән килеүсе тойғоларҙан башлана Муса Ғәли шиғриәтенең шишмә башы. Уның талантының үҙенсәлегендә милли башланғыс – башҡорт поэзияһна хас булған күңел киңлеге менән ихтыяр ныҡлығының берҙәмлеге, ирек һөйөүсәнлек һәм тормош матурлығына һоҡлана белеү һәләтлеге, үҙ халҡың менән ғорурланыу һәм башҡаларҙы ҡурсаламаҡҡа йөрәкте асып һалырға әҙер булыу... үтәнән-үтә ярылып ята.”
/Александр Макаров/
18:05 10.10.2023 16+